Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Кугарчинский район Республики Башкортостан

Бөтәһе лә балалар өсөн

1 Июня 2016
18
0

Бөгөн Күгәрсен районында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған саралар үтә. Йола буйынса йыл һайын балалар йортонда, социаль приютта тәрбиәләнеүселәр, физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Мораҙым тарлауығында һабантуй байрамы ойошторола. Сара сиктәрендә кескәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, төрлө бәйгеләр, спорт ярыштары, туристик маршрут һәм флеш-моб үткәреү ҡаралған.

Бөгөнгө көндә районда физик мөмкинлектәре сикләнгән 150 бала иҫәпләнә. Тиҫтерҙәре менән аралашыу, дуҫлашыу, ата-әсәләрҙең бер-береһе менән кәңәшләшеү, тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн дә бындай саралар әһәмиәтле булып тора.

 

Шулай  уҡ бөгөн 17 сәғәттә район үҙәгендә мәҙәниәт бүлеге белгестәре балалар өсөн ҡыҙыҡлы күңел асыу программаһы тәҡдим итәсәк. Балаларҙы төрлө уйындар, күңелле дискотека көтә.

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Бөтәһе лә балалар өсөн