Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Кугарчинский район Республики Башкортостан

«Беҙ СПИД-ҡа ҡаршы!»

30 ноября 2015
43
0

 1 декабрь, Күгәрсен районында – Бөтә Донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған саралар үтте. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән «Беҙ СПИД-ҡа ҡаршы!» акцияһында мәктәп, лицей уҡыусылары, спортсылар, йәштәр эштәре буйынса белгестәр, «Йәш Гвардия» активистары — йәмғеһе 40-ҡа яҡын кеше ҡатнашты. Акцияһының маҡсаты - йәштәрҙе наркомания һәм тәмәке тартыуҙың зыяны хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәш быуында актив тормош позицияһын тәрбиәләү.

Акцияла ҡатнашыусылар алдында йәш волонтерҙар йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәп, СПИД-ҡа ҡаршы көрәшеү символы булған ҡыҙыл таҫмалар, буклеттар таратты. Шулай уҡ  район мәктәптәре уҡыусыларына лекциялар уҡыу, әлеге тематика буйынса фильмдар күрһәтелде.