Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Кугарчинский район Республики Башкортостан

Бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы булып үтте

12 Февраля 2019
9
0

Бөгөн Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева исемендәге район әҙәби премияһын тапшырыу сараһы булып үтте.

Тантанала хөрмәтле ҡунаҡтар Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев, яҡташыбыҙ, тележурналист Сәрүәр Сурина, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, педагогик хеҙмәт ветераны Рәшит Иҙрисов ҡатнашты.

Сара әҙибәнең йорт-музейы алдындағы бюсына сәскәләр һалыуҙан башланды, артабан, йорт-музейында ҡунаҡтарға экскурсия ойошторолдо. Тантаналы өлөш тамашалар залында үтте.

Быйыл яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында район Хакимиәте ҡарары менән премия бирелә башлауға егерме йыл тулды. Ошо арауыҡта Зәйнәб апайҙың юлын дауам итеүсе – киң ҡарашлы, ҡыйыу фекерле, оло әһәмиәткә эйә эштәр башҡарған, тыуған иле, милләте өсөн янып йәшәгән 52 шәхесебеҙ абруйлы исемгә лайыҡ булды.

Был исемлектә бөгөнгө лауреаттар ҙа бар. Улар педагогик хеҙмәт ветераны Ғәлиә Әлимғужина, район мәҙәниәт һарайының ҡуйыусы-сценария бүлеге мөдире Альбина Григорьева, телсе-ғалим, профессор Ғәли Сәйетбатталов (үлгәндән һуң). Уларҙың эшмәкәрлеге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадын һәм тормошон өйрәнеүҙә, пропагандалауҙа, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә иң әһәмиәтлеһе тип табылды.

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, лауреаттарға премия, танытма тапшырҙы, уларға һәм сарала ҡатнашыусыларға йылы теләктәрен еткерҙе. Район мәҙәниәт йорто һәм Мәҡсүт ауыл биләмәһе һәүәҫкәр артистары матур концерт номерҙары бүләк итте.

Күгәрсен еренең данлыҡлы ул һәм ҡыҙҙары араһында Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева айырым урын алып тора. Ул үҙ иленең тоғро патриоты, ғүмере - ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм йәш быуын өсөн айырыуса фәһемле. Уның Туйөмбәт ауылындағы йорт-музейы йылдан-йыл яңы экспонаттар, йыһаздар менән тулылана, экскурсияға килеүселәр ҙә арта, китаптары яңыртылап баҫыла. Яҡташыбыҙ, Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева әлелә үҙ халҡы менән, исеме күп милләтле республикабыҙ хәтерендә йәшәй.

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы булып үтте
  • Бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы булып үтте
  • Бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы булып үтте